Баланлы бәлеш бешереүе. Ҡамыр: 0,5 л. – һөт, 150 гр. – аҡ май, 1 шт. – йомортҡа, 2 стакан – он, 1 аш ҡалағы – шәкәр ҡомо, 0,5 сәй ҡалағы – сода, 0,5 сәй ҡалағы – тоҙ. 500—550 гр. – әҙер балан. 1 йомортҡа – бәлеш өҫтө өсөн, 1 сэй ҡалағы – май таба майлар өсөн, 4 аш ҡалағы – шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы – крахмал йәки манка. Йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәрен айырып әйбэтлэп йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манка һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалыннығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыз. Камыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөнә икенсе йәйелгэн ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештен өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырзан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 С духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештен өҫтөнән йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.
Баланлы бәлеш бешереүе.
Ҡамыр:
0,5 л. – һөт,
150 гр. – аҡ май,
1 шт. – йомортҡа,
2 стакан – он,
1 аш ҡалағы – шәкәр ҡомо,
0,5 сәй ҡалағы – сода,
0,5 сәй ҡалағы – тоҙ.
500—550 гр. – әҙер балан.
1 йомортҡа – бәлеш өҫтө өсөн,
1 сэй ҡалағы – май таба майлар өсөн,
4 аш ҡалағы – шәкәр ҡомо
1 сәй ҡалағы – крахмал йәки манка.
Йомошаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәрен айырып әйбэтлэп йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манка һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалыннығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыз. Камыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөнә икенсе йәйелгэн ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештен өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырзан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 С духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештен өҫтөнән йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.