ПО БАШ.ЯЗ
— Нимә булды? — тип һораны ул Тайыштабандан. — Күҙҙәреңде саҡ асып тораһың, ауырыйһыңмы әллә? — Юҡ, ауырымайым. Ә һинең ҡулда нимә? Оҙонғолаҡ аптырап: — Шуны ла белмәйһеңме?.. Сана бит был, һин түгел, минең бәләкәй ҡустым да белә уның нимә икәнен. Ысынлап күргәнең юҡ инеме? — Күргәнем юҡ шул. Уның менән нимә эшләйҙәр? Бал ҡортоноң ояһына менә торған баҫҡыс түгелме? Ҡуян рәхәтләнеп көлдө, дуҫының юҡҡа ғына үпкәләп бармағанын белә ул. — Санаға ултырып, тауҙан шыуалар, — тип аңлатты Оҙонғолаҡ. — Тик тиҙерәк ҡар яуһын ине!.. Их, рәхәт тә һуң тауҙан елеүҙәре! Ҡош осоп барамы ни! Э-һей! — Оҙонғолаҡ, минең дә санала шыуғым килә! — Көҙ санала шыуып булмай. Ҡар яуғас та мин һине тауға саҡырырмын, яраймы? Ҡыш килде. Бейек тау итәген ҡар ҡапланы. Урман апаҡ булып тынып ҡалды. Иртә менән иптәштәрен эйәртеп, Оҙонғолаҡ бейек тауға йүгерҙе. — Э-һей!.. — Эй!.. Төрлө матур саналар, бер-бер артлы ярыша-ярыша, тауҙан елде. Күңелле лә инде ҡыш көнө, ҡар туҙҙырып, аҫҡа атылаһың да тағы тауға йүгерәһең. — Э-һей!.. — Эй!.. Оҙонғолаҡтың иҫенә ҡапыл Тайыштабан килеп төштө. «Тайыштабанға әйтергә бөтөнләй онотҡанмын бит, көтәлер инде», — тип уйланы ул һәм, санаһын һөйрәп, ҡар өҫтөндә эҙ ҡалдыра-ҡалдыра, дуҫына ашыҡты. Оҙонғолаҡ элеккесә, тәҙрә төбөнә барып етеү менән, һыҙғырып ебәрҙе. Тик дуҫы, ниңәлер, күренмәне. Тағы һыҙғырҙы, тағы көттө. Ишек тә шаҡыны, ләкин берәү ҙә тауыш бирмәне. Оҙонғолаҡ уйға ҡалды. Ниңә Тайыштабан уйнарға сыҡманы икән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

1. Тайыштабан Оҙонғолаҡты ҡасан осрата? 2. Оҙонғолаҡ Тайыштабанға нимә күрһәтә? 3. Тайыштабан ни өсөн сананың нимә икәнен белмәй? 4. Оҙонғолаҡ Тайыштабанды урамға нисек саҡыра? 5. Тайыштабан менән Оҙонғолаҡтың үҙ-ара мөнәсәбәте һеҙгә оҡшанымы?

хых6 хых6    1   18.05.2020 13:56    25

Другие вопросы по теме Другие предметы