Нужна ваша Күп нөктәләр урынына мәғәнәләре буйынса тап килгән түбәндәге мөнәсәбәт һүҙҙәрҙе өҫтәп, кәрәкле тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмдәрҙә күсереп яҙығыҙ, уларҙы рус теленә тәржемә итегеҙ.
1. Юлдашты ул һис тә борсоманы ... уға рәхәт, еләҫ булып китте.
2. Бына ... Тимер! – Ғәләү уны ҡосаҡлап алды. – Батыр һин!
3. ... һеҙҙең ауылға локомобиль ҡуйып, таҡта ярыу цехы асырға мөмкин.
4. ... мин ҡайта алмайым.
5. ... Закир кеүек егеттәрҙе өйҙә ятҡырып ҡуйыр заман ... шул.
6. был фекер дөрөҫ.
7. ... мин барырмын, ләкин һин быға шаһит бул.
8. Һин шуға ... шаһит бул әле.
9. Дауыт ҡустым, һаҡ булырға ... .
10. Яҙ алама быйыл. Буран булыр ... .
11. Аҙыраҡ баҫылмай ҙа ... . Туҡтауһыҙ һигеҙ сәғәт ыжғыра бит инде. ... ел ҡапсығы йыртылған.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр: исмаһам, ысынлап та, әйтәйек, юҡ-юҡ, эйе, түгел, минеңсә, ярай, зинһар, кәрәк, ахыры, исмаһам, әйтерһең, бәлки, мөмкин түгел, тимәк.
Түбәндәге ымлыҡтар менән төрлө тойғоларҙы сағылдырған һөйләмдәр төҙөгөҙ.
Эй; әй; ә-ә-ә; әл-лә-лә; хи-ха; оһо; эһем-эһем; валлаһи; һәләк; ҡуйсәле.