2-се күнҙегеү. Текстыҙ уҡыҙғыҙ, уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡисемдәр
е күсереп язығыз
.
Зәңгәр таҫма булып Ағиҙел аға. Ул күк Уралдың көньяҡ
битләүендәге ҡаяларҙы ярып килә лә Мәләүез ҡалаһына етәрәк,
төньяҡҡа борола. Ошо тирәлә уға Нөгөш йылғаһы ҡушыла. Бында
1966 йылда Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлдө.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ҙур нефть химияһы үҙәгенә
әүрелде. Аҙ ғына ваҡыт эсендә Салауат, Күмертау, Мәләүез ҡалалары
үҫеп сыҡты. Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта яңы заводтар һалынды.
Уларҙың артабанғы үҫеше өсөн йәй айҙарында Ағиҙелдең генә һыуы
етмәйәсәк. Бына шуның өсөн дә йә Ағиҙелдә, йә уға ҡоя торған бер
йылғала ҙур һыуһаҡлағыс төҙөү кәрәк ине.
Геологтарҙы һәм төҙөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырған иң уңайлы
урын Нөгөш үҙәгендә табылды. Шул үҙәндең бер яғынан әллә нисә
саҡрымдарға Сыбарат, Ҡышлауарҡа, Ҡыҙылташ тауҙары, ә икенсе
яғынан дуға һымаҡ уратып алыусы Ҡаршытау, Буҙанбей, Ҡыҙҙар
тауы һуҙыла. Шул ике арала Үрге Таш, Кинйәбай, Һәргәй ауылдары
урынлашҡан.(ҒДәүләтов.)